Семеновск ауылында Еңеү көнөнә арналған митинг үтте

      Семеновск ауылында Еңеү байрамы йылдағыса матур үтте. Иң тәүҙә имам- хатип Йәноҙаҡов Самат Ғөбәйҙулла улы һуғышта һәләк булған яугирҙәргә бағышлап аят уҡыны.  Обелискҡа веноктар, сәскәләр һалынды. Обелиск янында йыйылған халыҡ һуғышта башын һалған яҡташтарын һәм фронт юлдарын үтеп, тыуған яҡтарына ҡайтып, илде аяҡҡа баҫтырыуға күп көс түгеп, бөгөн арабыҙҙа булмаған ауылдаштарын бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәсүл  Сәлимов  Еңеү көнө  менән тәбрикләп, ошо обелискта яҙылған беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен  онотмаҫҡа тейешлегебеҙ тураһында әйтте. Урындағы ветерандар советы рәйесе Фәриҙә Йәнсурина ла һүҙ алды. Митингта  ҡатнашыусыларҙы   район советы депутаты Рәис Һатыбалды улы Сыңғыҙов, Семеновск руднигы инженеры Николай Григорьевич Шуляк, ауылдың аҡһаҡалы Фәйзулла олатай  байрам менән ҡотланылар.

      Һуғыш афәтен, һалдаттарҙың күрһәткән ҡыйыулыҡтарын тасуирләүсе, яуҙа батырҙарса һәләк булғандар, бөгөнгө етеш тормошобоҙ өсөн көсөн йәлләмәгән тыл ветерандары хөрмәтенә арналған шиғырҙар, йырҙар яңғыраны.  Ветерандар алдында мәктәп уҡыусылары, ҡатын-ҡыҙҙар концерт менән сығыш яһанылар.  Ҡатын- ҡыҙҙар советы  байрамда ҡатнашыусыларҙы һалдат бутҡаһы, сәй  менән һыйланылар.

 

Вы можете оставить комментарий.

Оставить комментарий

*

code

Хорошие темы для WP. Спасибо за примеры на php и сниппеты.